ГОЛИЦЫН Пётр Михайлович (15.12.1738 — 11.11.1775, Мәскәү), хәрби эшмәкәр, кенәз. Флигель-адъютант (1762), ген.-поручик (1775). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. рус-төрөк һуғышында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә ҡатнашыусы. 1757 й. алып рус армияһында. 1763 й. башлап — С.-Петербург драгун, 1770 й. алып Невский пехота полктары командиры. 1773 й. нояб. Ырымбур губернаһындағы ихтилалды баҫтырыу өсөн А.И.Бибиков ҡарамағына ебәрелә. 1774 й. ғин.‑мартында хөкүмәт ғәскәрҙәренең Ҡазандан Ырымбур ҡ. йүнәлешендәге һөжүменә командалыҡ итә. 22 мартта Ырымбур провинцияһы Татищев ҡәлғәһе һәм 1 апр. ш. уҡ провинцияның Һаҡмар ҡаласығы эргәһендә Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәрен ҡыйрата. Апр.—июлдә — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында, авг.—нояб. Ҡазан губернаһының  көньяғында һәм Ырымбур губ. көнбайышында баш күтәреүселәр отрядтарын тар-мар итеүгә етәкселек итә. Июлдә Ҡазан, Түбәнге Новгород һәм Ырымбур губ. терр‑яларында ғәскәрҙәрҙең баш командующийы. Уложенный комиссия депутаты. 3‑сө дәрәжә Изге Георгий орд. (1770) һ.б. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Голицын Н.Н. Род князей Голицыных. Т.1. СПб., 1892; Вяземский П.А. Записные книжки (1813—1848). М., 1963; Гвоздикова И.М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва. Уфа, 1999.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика