АЙЫУҺАҘЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 230 кеше; 1920 — 425; 1939 — 296; 1959 — 272; 1989 — 178; 2002 — 183; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Фаразланыуынса, ауылға 1866 й. һуң Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Аҡимбәт а. (хәҙ. Ташбулат а.) кешеләре үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 46 йортта 242 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2‑се Аҡимбәт (А.) исеме м‑н теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.С.Ҡунафин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.