ГОЛИЦЫН Владимир Васильевич (9.7.1878, Волынск губ. — 1945 й. һуң, Австралия), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһы ген.-лейт.(1919). Дворяндарҙан. Ҡытайҙағы 1899—1901 йй. Ихэтуань ихтилалын баҫтырыуҙа, 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Александр хәрби уч‑щеһын (Мәскәү, 1897) тамамлаған. 1894 й. алып рус армияһында. 1916 й. — 1917 й. февр. 15‑се Себер пехота полкы ком., 1917 й. апр. алып — Көньяҡ-Көнбайыш фронт штабы, июлдән — Юғары баш командующий ставкаһы, 1918 й. башында Ирекле армия командующийы эргәһендә махсус эштәр б‑са генерал. 1918 й. июленән 7‑се Урал тау уҡсылары див. нач., дек аҙағынан 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы командиры. 1919 й. Урал ғәскәрҙәре төркөмө командующийы (май—июнь), Юғары баш командующий А.В.Колчак штабы эргәһендә ирекле ҡораллы көстәр инспекторы. 1920 й. алып — Ҡытайҙа, 1945 й. башлап Австралияла йәшәй. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1919), 2‑се дәрәжә ҡылыслы, 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы, 4‑се дәрәжә Изге Анна, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика