ГЛУМИЛИНДАР, дворяндар нәҫеле. Василий Филиппович Г., титулярный советник. 18 б. һуңғы сирегендә рус армияһында, подпоручик (1792). 18 б. аҙ. алып Өфө өйәҙе Анненково а. (ҡара: Глумилин) хужаһы була. Уның улы — Михаил Васильевич Г., надворный советник. Бөгөлмә өйәҙенең Яковлевка а., 19 б. 50‑се йй. алып Глумилин а. хужаһы була. Ҡатыны Софья Тимофеевна (С.Т.Аксаковтың һеңлеһе) милкендә Бәләбәй өйәҙендәге 600 алпауыт крәҫтиәне булған Подлесный а. (Глумилин) иҫәпләнгән була. Уның улдары: Михаил Михайлович Г., коллегия асессоры. 19 б. 60-сы йй. Бәләбәй өйәҙендә өйәҙ дворяндары етәксеһе. Мираҫҡа Глумилин а. имениеһының бер өлөшөн һәм Подлесный а. имениеһын ала; Василий Михайлович Г., подпоручик. Глумилин а. имениеһының бер өлөшөнә хужа була, һуңынан уны һата, Францияға сығып китә. Г. нәҫеле 18 б. Ырымбур губернаһы дворяндарының нәҫел китабына индерелгән.

Әҙәб.: Гудков Г.Ф., Гудкова З.И.С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика