ГЛАДЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Гордей Иванович Г., баяр балаларынан. 16 б. аҙ. — 17 б. башында түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1633 й. ҡарата Ағиҙел й. буйында 300 сирек ер биләгән. Уның улдары: Иван Гордеевич Г., башҡорттар отряды башында 1635 й. Себер ханы улы Әбләйҙе тотоуҙа, 1640 й. ҡалмыҡтар сапҡынын кире ҡағыуҙа ҡатнаша; Максим Гордеевич Г. (?—1635), 1635 й. Себер ханы улы Әбләйҙе тотоуҙа ҡатнаша. 1630 й. башына Ағиҙел й. буйында ерҙәре була; Степан Гордеевич Г. 1638 й. Ҡырым илсеһе хан улы Дәүләт-Гәрәйҙе һаҡлай. Шөғөр й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында ерҙәре була; Артемий Гордеевич Г., 1630 й. ҡалмыҡ тайшаһы Далайҙың Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Уның улы — Дмитрий Артемьевич Г., 1647 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалын (1662—64) һәм башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа, 1687 й. Ҡырым походында ҡатнаша. 1664 й. Өфө өйәҙенең Бөрө, Ивановка, Ҡаракүл (Удмурт Респ. Ҡаракүл р‑ны), Пьяный Бор (хәҙ. ТР‑ҙың Әгерже р-­ны Красный Бор а.) аа. һарай приказчигы. 1666 й. Өфөнөң стрелецтар башлығы. 1672 й. һәм 1686 й. Көңгөр, 1676 й. Уржум ҡәлғәләре воеводаһы. 1689 й. алып батша һарайы эргәһендә хеҙмәт итә. 1676 й. ҡарата Ағиҙел һәм Дим йй. буйында 1000 сирек ер биләгән. Шулай уҡ билдәлеләр: Дмитрий Васильевич Г., Ырымбур драгун полкында хеҙмәт итә, капитан. 1741 й. Ҡаҙаҡ ханлығының Бәләкәй йөҙ ханы Әбелхәйергә ебәрелә, ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ старшиналарының бер өлөшөнөң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Ҡашҡаҙан күле (Өфө й. басс.) янындағы ауыл еренә хужа була. “Ырымбурҙан Хиуаға тиклем оло юлға яңы ландкарта” төҙөй (1740); Иван Иванович Г., поручик, 1773—74 йй. Ырымбурҙы обороналауҙа ҡатнаша [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)]. 1784 й. Өфө юғары земство суды заседателе. Дмитрий Васильевич Г. улы — Фёдор Дмитриевич Г. 1773—74 йй. Өфөнө обороналауҙа ҡатнаша. Өфө драгун полкында хеҙмәт итә, унтер-офицер. Ағиҙел й. буйында ерҙәре була. Г. ерҙәрендә 17 б. башында Өфө өйәҙенең Гладышев а. нигеҙ һалына.

Г. нәҫеле Ырымбур губернаһы дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Генераль ыҙанлау б‑са Г. нәҫеленә яҡынса 2,6 мең дисәтинә ер тура килгән. 18—19 бб. Башҡортостанда нәҫелдең 20‑нән ашыу вәкиле хеҙмәттә була.

Б.Әҙнабаев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика