ГИНЕВСКИЙ Виктор Петрович (1884, Өфө — 1937), революцион хәрәкәт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Брюссель ун‑тын тамамлаған (1908). 1903 й. башлап Пенза, 1906 й. алып Әстерхан губ. һөргөндә була. 1906 й. аҙағынан Бельгияла йәшәй. 1911 й. алып Өфө өйәҙ земство башҡармаһы эргәһендәге ваҡ кредит кассаһында хеҙмәт итә, 1916 й. — Өфө губерна армия тәьминәте ком‑тының идара ағзаһы. 1917—18 йй. Социал-революционерҙар партияһының Өфө губерна ком‑ты рәйесе. 1917 й. мартынан Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы рәйесе, октябрҙән — Өфө ҡала башлығы иптәше (урынбаҫары), 1918 й. ғин. һәм июль—окт. Өфө ҡала башлығы, бер үк ваҡытта июлдә Өфө ҡала думаһының ваҡытлы комитеты рәйесе, июль—сент. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетының Өфө губ. б‑са вәкиле. 1917 й. майы — 1918 й. ғин. һәм 1918 й. июле — 1919 й. ғин. Өфө ҡала думаһы гласныйы. 30‑сы йй. репрессиялана, 1989 й. аҡлана.

Хеҙм.: Краткий обзор деятельности кредитных кооперативов Уфимского уезда за 1914 год. Уфа, 1915.

С.М.Исхаҡов, А.Д.Казанчиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика