ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Тажетдин Баһауетдин улы [2.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Оло Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 14.8.2012, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], артиллерист, майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Гурьев хәрби пехота уч‑щеһын (1942), БДУ‑ны (1960) тамамлаған. 1942 й. окт. алып Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армия 216‑сы уҡсылар див. 665‑се уҡсылар полкының взвод ком. лейт. Ғ. 1944 й. 7—9 апр. Ҡырым АССР‑ы Тархан а. һәм 9 майҙа Севастополь ҡ. өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) 1950 й. тиклем һәм 1954 й. алып Оло Баҙраҡ урта мәктәбендә завуч, 1960—84 йй. директор булып эшләй. 1950 й. башлап Борай район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1952—54 йй. КПСС‑тың Борай район ком‑тының 2‑се секретары. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика