ҒӘТИӘТУЛЛИН Шакир Йосоп улы (21.9.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Мулла а., хәҙ. Октябрьский ҡ. эсендә — 21.7.1972, Октябрьский), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы ком. ярҙамсыһы өлкән сержант Ғ. 1943 й. 27 сент. Белорус ССР-ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) “Туймазабурнефть” тресында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) орд. м-н бүләкләнгән. Октябрьскийҙа урамға һәм урта мәктәпкә Ғ. исеме бирелгән, уға бюст ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика