ГӘРӘЕВ Муса Ғайса улы [9.7.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Иләкшиҙе а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 17.9.1987, Өфө, Еңеү паркында ерләнгән], лётчик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1945 й. 23 февр. һәм 19 апр.). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1951) һәм СССР Ҡораллы Көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (1959; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. сент. башлап Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Ике тапҡыр Герой исеменә 1‑се һауа армияһы 1‑се гвардия штурмлау авиация див. 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. гвардия капитаны, 1945 й. алып гвардия майоры Г. 164 (1944 й. авг. ҡарата) һәм 207 (1945 й. мартына ҡарата) хәрби осошта күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. 250 хәрби осош яһай. 1945 й. 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. 1964 й. алып запаста. 1965—77 йй. ДОСААФ‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты рәйесе. СССР ЮС‑ының 2—4‑се саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 7—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1944), 3‑сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1955, 1956) орд. м‑н бүләкләнгән. Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубына, 2‑се Өфө автомобиль мәктәбенә, Өфө башланғыс осоусылар әҙерләү б‑са мәктәп‑интернатҡа, теплоходҡа Г. исеме бирелгән. Өфөлә Г. һәйкәл (базальттан эшләнгән варианты Мәскәүҙә Третьяков галереяһында һаҡлана), ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; йыл һайын Г. иҫтәлегенә бокс б‑са Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә. Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. һәйкәл ҡуйылған, Гәрәев М. музейы асылған.

Әҫәрҙ.: Ветераны остаются в строю. М., 1980; Штурмовики идут на цель. Уфа, 1990; Живу и помню. Уфа, 1997.

Әҙәб.: Паль Р. Есть у неба земля. Уфа, 1975; Муса Гареев: страницы жизни и подвига. Уфа, 1985.

Р.М.Камалов, Е.Ҡ.Шафиҡова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика