АЙЫУХАНОВ Нәджит Миңлеғәле улы (10.12.1920, Атбаҫар ҡ. — 24.8.1990, Өфө), балет артисы, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыған (1934—39, педагогтары А.А.Писарев һәм А.В.Ширяев). 1939—40 йй. һәм 1946 й. алып БДОБТ солисы, 1953 й. — баш администраторы, 1955 й. — дир. урынбаҫары. 1958 й. башлап Башҡ. филармонияһы, 1964 й. — БДОБТ дир., 1967 й. — БАССР‑ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары, 1969—89 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театры директоры. Төп партиялары: Судья (“Эсмеральда”, Ч.Пуньи), Эстеван (“Лауренсия”, А.А.Крейн) һ.б. Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”) спектаклендә Г.С.Уланова м‑н сығыш яһай (Марияның атаһы). А. эшләгән осорҙа Опера һәм балет театрында З.Ғ.Исмәғилев, Х.Ф.Әхмәтов опералары, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев балеттары һ.б. ҡуйыла; Ҡурсаҡ театрында репертуар ярайһы уҡ киңәйтелеп, уға С.Т.Айытматов, Ф.Гарсиа Лорка, М.Ғафури, М.Кәрим, А.де Сент-Экзюпери, А.Н.Толстой, Ғ.Ғ.Шафиҡов һәм башҡ. фольклоры әҫәрҙәре инә. Ҡыҙыл Йондоҙ (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Саитов С.С. Башкирский государственный театр оперы и балета. М.; Л., 1969; Самигуллина Р.А. От Петрушки к Прометею. Уфа, 1993.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018