ҒӘЛИМОВ Вәхит Ғәзим улы [1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Балаҡ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р-ны) — 28.10.1943, Украина ССР-ы Вишнёвый утары, Днепровское а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Иҫке Балаҡ а. колхозда, Ленинград һәм Петрозаводск ҡҡ. заводта эшләй. 1941 й. окт. алып Көньяҡ, Сталинград, Көньяҡ-Көнсығыш, Дон һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы армия 35‑се гвардия уҡсылар див. 100-сө гвардия уҡсылар полкы снайперы өлкән сержант Ғ. 1943 й. 27 сент. Днепр й. аша сыҡҡанда, Украина ССР-ы Войсковое һәм Звонецкое торама пункттары өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Саҡмағош р‑ны Тайнаш а. — һәйкәл, тыуған ауылында ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика