ГЕВЛИЧ Авксентий Павлович (12.6.1790 — 6.3.1861, С.-Петербург), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1848). Тел ғилеме д‑ры (1815).  Дворяндарҙан. Харьков ун‑тын тамамлаған (1811). 1830 й. алып Әстерхан граждан губернаторы вазифаһын башҡарыусы, 1832 й. — Тула губернаторы. 1833 й. башлап Закондар департаменты б‑са дәүләт советы статс-секретары вазифаһын башҡарыусы. 1835 й. апр. — 1840 й. майында Ырымбур граждан губернаторы. В.А.Перовский м‑н берлектә ихтилал (1835) баҫтырыуға һәм унда ҡатнашыусыларҙы тикшереүгә етәкселек итә. 1840 й. алып Сембер губернаторы. 1843 й. башлап ЭЭМ идаралығында, 1845 й. башлап Юстиция министрлығында хеҙмәт итә. 1848 й. алып сенатор. 2‑се дәрәжә Изге Владимир (1853), Аҡ Бөркөт (1859), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1839), 1‑се дәрәжә Изге Станислав (1835) орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика