ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна (16.8.1937, Краснодар ҡ.), тарихсы. Тарих ф. канд. (1982). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) БАССР‑ҙың Үҙәк дәүләт архивы бүлеге мөдире, 1971 й. алып ТТӘИ‑лә (1998 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 18 б. 2‑се ярт. — 19 б. 1‑се ярт. Башҡортостандың соц.‑иҡт. үҫешенә, Крәҫтиәндәр һуғышына (1773—75), Салауат Юлаевтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә, Ырымбур казак ғәскәрҙәре һәм Урал казак ғәскәрҙәре тарихына, археография мәсьәләләренә арналған. Башҡортостан тарихы б‑са 10-ға яҡын доклад йыйынтығы әҙерләүҙә ҡатнаша. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, “Салауат Юлаев” энциклопедияһын төҙөүсе. 1973 й. алып РФА Археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлегенең яуаплы секретары. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2000).

Хеҙм.: Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва. Уфа, 1999; Салават Юлаев: исследование документальных источников. 3-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2004; Гражданское управление в Оренбургской губернии в первой половине XIX в. Уфа, 2010.

Х.Ф.Усманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика