ГАЙ Гая Дмитриевич (ысын исеме Бжишкян Гайк; 6.2.1887, Тебриз ҡ., Фарсы иле — 11.12.1937, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Комкор (1935). Проф. (1934). 1903—14 йй. “Гнчак” әрмән соц.‑демократик партияһы, 1918 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы. Инструкторҙар һәм офицерҙар мәктәбен (Тифлис, 1916), РККА‑ның Хәрби акад. (Мәскәү, 1921) тамамлаған. 1914 й. башлап рус армияһында, прапорщик (1916); 1918 й. алып Ҡыҙыл Армияла. Көнсығыш, Көньяҡ, Көньяҡ-Көнсығыш, Кавказ һәм Көнбайыш фронттарҙа 1918 й. июль—нояб. 1‑се йыйылма Сембер пехота див. нач., 1919 й. ғин.—майында Беренсе армия командующийы, авг. башлап — 42‑се уҡсылар, сент. алып 1‑се Кавказ кавалерия див. нач., 1920 й. мартынан — 2‑се, июнь—авг. 3‑сө атлы корпустар командиры. 1922 й. алып Белорус хәрби округының 3‑сө кавалерия корпусы командиры. 1925 й. башлап ғилми һәм пед. эштә, 1933 й. — проф. Н.Е.Жуковский ис. РККА Хәрби-һауа акад. һуғыштар тарихы һәм хәрби оҫталыҡ каф. начальнигы. 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Изге Анна орд. ҡаһарманлыҡ билдәһе, Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1919, 1920) м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана (1935), атыла. 1956 й. аҡлана. Ульяновск ҡ. майҙанға һәм теплоходҡа Г. исеме бирелгән; Ырымбур һәм Сорочинск ҡҡ. 1918 й. һәм 1919 й. Г. йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Первый удар по Колчаку. Б.м., 1926; В боях за Симбирск. Ульяновск, 1928; На Варшаву! Действия 3 конного корпуса на Западном фронте. М.; Л., 1928.

Әҙәб.: Айрапетян Г.А. Железный Гай. М., 1980.

Л.И.Футорянский

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика