ВЯТКА ГУБЕРНАҺЫ, 1796 й. Вятка наместниклығының 13 өйәҙенән ойошторола. 18 б. аҙ. төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Пермь губернаһы, көньяҡ-көнсығышта — Ырымбур губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡазан губернаһы, көнбайышта — Түб. Новгород һәм Кострома, төньяҡ-көнбайышта Вологда губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Вятка ҡалаһы. Майҙаны — 154 мең км2 (1897). Халҡы: 1873 й. — 2455022 кеше (башҡорттар — 8862, комиҙар — 6655, мариҙар — 104874, татарҙар — 80373, типтәрҙәр — 8736, удмурттар — 364371, урыҫтар — 1881151 һ.б.), 1897 й. — 3030831 кеше (башҡорттар — 13909, комиҙар — 10464, мариҙар — 144918, татарҙар — 125514, типтәрҙәр — 7788, удмурттар — 377893, урыҫтар — 2347169 һ.б.). 19 б. аҙ. губернала 2945109 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 52913, сауҙагәрҙәр — 2889, дворяндар — 2366 һ.б.; мосолмандар — 132251, православие динендәгеләр — 2884917 (ш. иҫ. 98055 старообрядсы), мәжүсиҙәр — 10907 һ.б. Губерна Вятка, Глазов, Алабуға өйәҙҙәренән, Кайгород, Котельнич, Малмыж, Нолинск, Орлов, Сарапул өйәҙҙәренән, Слободской, Уржум, Царёвосанчурск, Яранск өйәҙҙәренән тора. 1802 й. Кайгород, Малмыж (1816 й. тергеҙелә) һәм Царёвосанчурск өйәҙҙәре бөтөрөлә. 1803 й. Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәре терр‑яларының өлөштәре 11‑се башҡ. кантонына ҡушыла (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы). 1919—21 йй. Алабуға, Глазов, Сарапул өйәҙҙәре бөтөрөлә [уларҙың өлөштәре Вотяк, Мари, Коми (Зырян) авт. өлкәләре, Пермь губ., ТАССР составына инә], Омутнинск һәм Совет (1924 й. бөтөрөлә) өйәҙҙәре ойошторола. 1928 й. Уржум өйәҙе бөтөрөлә. Ҡалалары: Алабуға, Вятка, Глазов, Котельнич, Малмыж, Нолинск, Орлов, Сарапул, Слободской, Уржум, Яранск, Царёвосанчурск (1898). А.х. киң үҫешә (башлыса арыш, һоло үҫтерәләр; 19 б. 2‑се сирегендә губерна арыш һәм яҙғы культураларҙы сәсеү күләме һәм йән башына уларҙың тулайым йыйымы б‑са Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләй). Һөнәрселек кәсептәре (көршәк яһау, ағас эшкәртеү, елем ҡайнатыу, күн, аяҡ кейеме етештереү, тегеү, шәм яһау, тире иләү һ.б.) киң тарала. Ҙур пр‑тиеларҙың күбеһе Алабуға (Бемыш заводы), Глазов, Сарапул, Слободской һәм Яранск өйәҙҙәрендә урынлашҡан була. Йәрминкәләр (19 б. 60‑сы йй. 150‑гә яҡын), сауҙалашыуҙар (800‑гә яҡын) үткәрелә; иң ҙур йәрминкәләр: Алексей (Котельнич), Великорецкий (Орлов өйәҙе Великорецкий а.) һәм Семён (Вятка) йәрминкәләре. Губерна аша Пермь (1899) һәм Төньяҡ (1906) т. юлдары үтә. 19 б. 2‑се ярт. Вятка һәм Кама йй. буйлап пароход бәйләнеше асыла. 1929 й. ғин. алып Түб. Новгород өлк. составында. Губерна 1929 й. июлендә бөтөрөлә, уның терр‑яһы Түб. Новгород крайының Вятка, Котельнич һәм Нолинск округтарына индерелә.

Әҙәб.: Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.10. Вятская губерния. СПб., 1904; Очерки истории Кировской области. Киров, 1972.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика