АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы (28.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Айыухан а. — 10.3.2000, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1982). БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1955), 1961 й. алып шунда уҡ эшләй: 1980—90 йй. производствоны ойоштороу каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәйҙең көнсығыш төбәктәрендә май биреүсе культуралар продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү б‑са пр‑тиеларҙы рациональ урынлаштырыу, малсылыҡтың мал аҙығы базаһын нығытыу, кооперация һәм интеграцияны камиллаштырыу проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Подсолнечник — выгодная культура. Уфа, 1966; Производство масличных культур. Уфа, 1975; Хозрасчёт в колхозах и совхозах Башкирии. Уфа, 1987.

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке