ВЯЗОВОВ Пётр (? — 1774, Өфө), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы. Өфө провинцияһы Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) батша һарайы крәҫтиәндәренән. 1773 й. нояб. ш. уҡ провинцияның Дыуанай һәм Ҡаракүл улусында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Дек. Бөрө воеводаһы Ф.Д.Моисеевты тота һәм Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгенә алып килә. 1774 й. февр. Ҡазан губернаһының Сарапул улусында һуғыша, ш. уҡ улустың Сарапул а. баш күтәреүселәргә биреү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Мартта В. отряды Салауат Юлаев отряды м‑н берлектә А.Ф.Обернибесов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Сарапул янындағы, И.Н.Зарубин ғәскәре составында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Өфө провинцияһы Зубов а. янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 29 мартта Благовещен заводы янында В. әсирлеккә алына. Язалап үлтерелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика