ВЯЗМИТИНОВ Сергей Кузьмич (7.10.1744 — 15.10.1819, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1798). Граф (1818). Император ФА‑ның почётлы ағзаһы (1818). 1768—74 йй. һәм 1787—91 йй. рус‑төрөк һуғыштарында ҡатнашыусы. 1754—99 йй. һәм 1801—08 йй. рус армияһында. 1770—86 йй. Әстерхан пехота полкы, 1787—90 йй. Екатеринослав пехота корпусы командиры. 1791 й. алып Могилёв наместниклығы хакимы һәм Белозерск егерҙар корпусы командиры. 1794 й. башлап Сембер һәм Өфө ген.‑губернаторы вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта 1795—96 йй. алып Ырымбур корпусы (ҡара: Ырымбур айырым корпусы) командующийы. 1796 й. Ырымбур хәрби губернаторы. Башҡорттарға һалынған йән башына натуралата һалымды бөтөрөүгә, бобылдәр һәм типтәрҙәр түләгән һа‑ лымды кәметеүгә өлгәшә. Бутырск, Рыльск һәм Өфө мушкетёрҙар полктарын (ҡара: Бутырск пехота полкы, Рыльск пехота полкы һәм Өфө пехота полкы) ойоштора. 1794—96 йй. ҡаҙаҡ ихтилалын баҫтырыуға етәк‑ селек итә. 1797—99 йй. С.‑Петербург ҡәлғәһе коменданты, Хәрби коллегия ағзаһы һәм Комиссариат депар‑ таменты идарасыһы. 1802—08 йй. хәрби‑ҡоро ер көстәре министры, 1807—19 йй. Йәмәғәт именлеген һаҡлау ком‑ты ағзаһы, 1812—19 йй. полиция министры, бер үк ваҡытта 1812—15 йй. Финанс ком‑ты ағзаһы; 1816—19 йй. С.‑Петербургтың хәрби ген.‑губернаторы. 1794 й. башлап сенатор, 1802 й. һәм 1811 й. алып Дәүләт советы ағзаһы. “Яңы ғаилә” (“Новое семейство”) операһы авторы. Изге Андрей Первозванный (1814), 2‑се дәрәжә Изге Владимир(1792), Изге Александр Невский (1798), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1797) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

 В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика