“ВЫСТРЕЛ” Советтар Союзы Маршалы Б.М. Шапошников ис. РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу-тактика курстары, 1918 й. Мәскәү губ. Кусково а. ойошторола, хәҙ. РФ Ҡораллы Көстәре дөйөм ғәскәри акад. (Солнечногорск ҡ.) “В.” уҡыу үҙәге. Өфөләге филиалы 1942 й. мартында асыла. Авг. тиклем Өфө хәрби пехота училищеһы эргәһендә эшләй. 1942 й. майынан офицерҙарҙың 5 сығарылышы (600‑гә яҡын кеше) була. Тамамлаусылар араһында Р.Р.Бабушкин, Ә.Ғ.Дәүләтов, Ф.Ғ. Шәмғолов. 1944 й. сент. таратыла.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика