ИКЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ (1939—45), Германия, Италия һәм Япония тарафынан башлана. Һуғыш осоронда БАССР СССР‑ҙың мөһим тыл төбәге була. 1939—45 йй. респ. терр‑яһында СССР Ҡораллы Көстәренә 700 меңдән ашыу кеше алына һәм мобилизациялана. Уларҙың күбеһе — 1941—45 йй. Бөйөк Ватан һуғышында, байтағы 1945 й. советяпон һуғышында ҡатнаша. Башҡортостан кешеләре партизан отрядтары, хәрби әсирҙәрҙең йәшерен ойошмалары составында, Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте сафтарында һуғыша. Улар араһында В.М.Бикташев (Дахау концентрацион лагеры), И.Ф.Йәнекәев (ҡара: Йәнекәевтәр), А.В.Коляскин, А.В.Кузнецов, Д.Б.Мурзин, Б.Г.Насиров, З.Н.Нәсибуллин (Бухенвальд концентрацион лагеры), Д.В.Постников һәм Р.И.Рогачёв (Седльце концентрацион лагеры), С.Самойлов (Маутхаузен концентрацион лагеры), М.Х.Хәйретдинов, М.Г.Шәһиев (Францияның “Яугир миҙалы” һәм “Партизан миҙалы” кавалеры), В.М.Әхмәҙуллин һ.б. була. Германияла, уға союздаш (башлыса Венгрия, Маньчжурия, Финляндия һәм Японияла), теләктәш илдәрҙә (башлыса Төркиәлә) Урал-Волга буйынан сыҡҡан кешеләр араһында “Иҙел-Урал халыҡтарының берләшеүе һәм азат милли дәүләт төҙөү” өсөн агитация алып барыла. 1942 й. июнендә Германияла “Иҙел-Урал” ком‑ты, авг. әсиргә төшкән башҡорт, мари, мордва, сыуаш, татар, удмурттарҙан “Иҙел-Урал” легионы, йәки Волга-Татар легионы (6—12,5 мең кеше) ойошторола. Унда хеҙмәт иткәндәрҙең күбеһе, фронтҡа килгәс, Ҡыҙыл Армия яғына сыҡҡан йәки Ҡаршылыҡ күрһәтеү сафтарына ҡушылған. 1941—43 йй. Өфөлә Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты урынлаша, уның радиостанцияһы Европа телдәрендә фашизмға ҡаршы пропаганда алып бара. Бында Европаның коммунистик хәрәкәт эшмәкәрҙәре Г.М.Димитров, К.Готвальд, Р.Гюйо, Д.Ибаррури, В.П.Коларов, И.Коплениг, О.В.Куусинен, Д.З.Мануильский, В.Пик, М.Торез, П.Тольятти, В.Флорин һ.б. эшләгән. БАССР‑ҙа СССР Эске эштәр ХК‑ның, РККА‑ның дошман тылына ебәреү өсөн диверсанттар, разведчиктар әҙерләүсе махсус мәктәптәре булған.

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Советско-Финляндская война 1939—1940. Факты, события, люди и безвозвратные потери Башкортостана. Уфа, 1999; шул уҡ. Башкортостан в годы второй мировой войны 1939—1945. Уфа, 2000; шул уҡ. Исторический опыт военно-организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны. Уфа, 2005.

Р.С.Әйүпов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018