ИКЕНСЕ ЗАПАС КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ, 1943 й. 23 мартында Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡасабаһында (хәҙ. Туймазы ҡ.) 9‑сы запас кавалерия полкы (ҡара: Запас полктар) нигеҙендә ойошторола. Бригада составына бер нисә запас кавалерия полкы һәм махсус подразделениелар инә. Бригада хәрби хәрәкәттәге армияға ебәрер өсөн кесе командирҙар һәм һалдаттар әҙерләй. 13 июлдә таратыла, личный составы 15‑се запас кавалерия полкына бирелә. Бригада ком. — полк. Яценко.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке