ИКЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯһЫ, 1918 й. 13 авг. Башҡорт хәрби шураһы бойороғо б‑са Ырымбур ҡ. 2‑се Башҡорт пехота див. булараҡ ойошторола. Див. 1‑се, 4‑се Башҡорт пехота полктары инә. Халыҡ армияһы составында була. Сент. Башҡорт айырым корпусына инә. 1918 й. 21 окт. Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы штабы нач. ген.‑лейт. С.Н.Розанов бойороғо б‑са таратыла. Бөтә частары ла Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһына ҡушыла. Башҡорт ғәскәре штабы бойороғо б‑са 1919 й. 9 ғин. И.Б.у.д. итеп тергеҙелә, составына Ғ.С.Иҙелбаев ис. 2‑се Башҡ. кавалерия полкының 4 эскадроны, Ә.М.Ҡарамышев ис. 1‑се Башҡ. кавалерия полкы, 5‑се, 6‑сы Башҡ. уҡсылар полктары инә. Айырым Ырымбур армияһы (ҡара: Ырымбур армияһы) составында була. Башҡ. ғәскәре командующийы Ә.Ә.Вәлидов бойороғо б‑са 1919 й. 26 ғин. яңы ойошторолған Башҡорт корпусы составына инә. Граждандар һуғышы осоронда див. полктары Екатеринбург (1918 й. авг.), Верхнеурал (июль—авг.), Орск (сент.), Аҡтүбә (окт.—нояб.), Стәрлетамаҡ (1918 й. дек. — 1919 й. февр.) фронттарында алыштарҙа ҡатнаша. 1919 й. февр. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет респ. яғына сыҡҡандан һуң таратыла. Див. нач.: подполковник А.Емельянов (1918 й. авг.—окт.), поручик Набоков (1919 й. ғин. алып), штабс‑капитан Ә.Ғәбиҙуллин (1919 й. февр.).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018