ВАҠЫТЛЫСА БУРЫСЛЫ КРӘҪТИӘНДӘР, 1861 й. 19 февр. Положениелар б‑са крепостной бойондороҡлолоҡтан азат ителгән, ләкин түләп алыуға күсерелмәгән крәҫтиәндәр категорияһы (ҡара: Крәҫтиән реформаһы). Крәҫтиәндәрҙең ваҡытлыса бурыслы булыу хәленең тамамланыу ваҡыты юридик яҡтан билдәләнмәгән була, ләкин уларға 9 йыл буйы бүлеп бирелгән баҫыу ерҙәрен һатып алыуҙан баш тартыу тыйыла. В.б.к. ер бүлемдәрен файҙаланған өсөн закон м‑н билдәләнгән күләмдә йөкләмәләр (барщина йәки оброк) үтәргә тейеш була. Ер бүлемдәренең майҙаны (юғары, түбәнге һәм “указлы”) һәм крәҫтиәндәрҙең уларҙан файҙаланған өсөн йөкләмәләре “Крәҫтиәндәргә ер биләүҙе ойоштороу тураһында урындағы положениелар”ға ярашлы билдәләнгән. Ер бүлемдәре алғас, В.б.к. ер биләүселәр ҡатламына күскән. Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында юғары бүлем 4,5—6 дисәтинә ер тәшкил иткән, түбәнгеһе — юғары бүлемдең 1/3 өлөшө; Стәрлетамаҡ өйәҙенең һәм Ырымбур өйәҙенең далалы өлөшөнә 6—7 дисәтинә ер күләмендә “указлы” бүлем билдәләнә. Һатып алыу хаҡы бер ер бүлеменә 150 һум күләмендә ҡуйылған; йылына оброк — 9 һум, барщина 70 көн тәшкил иткән. 1870 й. Өфө һәм Ырымбур губ. В.б.к. 86%‑ы түләп алыу операцияһын тамамлаған (Рәсәй б‑са 66%). Түләп алыусыларҙың күбеһе — Бөрө өйәҙендә, Ырымбур өйәҙендә, Өфө өйәҙендә һәм Силәбе өйәҙендә, иң аҙы Бәләбәй өйәҙендә, Стәрлетамаҡ һәм Троицк өйәҙҙәрендә була. 1881 й. 28 дек. законға ярашлы, бөтә В.б.к. 1883 й. 1 ғин. алып мәжбүри түләп алыуға күсерелә; 1905 й. 3 нояб. указ м‑н 1906 й. 1 ғин. башлап түләп алыу хаҡы яртылаш кәметелә, 1907 й. 1 ғин. туҡтатыла.

 Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика