ВАҠЫТЛЫ СЕБЕР ХӨКҮМӘТЕ, 1918 й. 28 ғин. Томск ҡ. Себер өлкә думаһы кәңәшмәһендә ойошторола. Марттан Харбин ҡ. (Ҡытай) урынлаша. Май аҙағында Томскиҙа хөкүмәттең бер нисә ағзаһы В.С.х. Көнбайыш Себер комиссариатына берләшә, ул июндә Омск ҡ. В.С.х. Министрҙар советын ойоштора, власты уға тапшыра һәм үҙ-үҙен таратыуы т‑да иғлан итә. В.С.х. төп составы июнь аҙағында Харбиндан Владивосток ҡ. күсә һәм В.С.х. Ваҡытлы авт. Себер хөкүмәте итеп үҙгәртелеүе т‑да белдерә. В.С.х. МС‑ы Ваҡытлы авт. Себер хөкүмәтенә буйһонмай (окт. уның таратылыуына өлгәшә) һәм эшмәкәрлеген Ваҡытлы Себер хөкүмәте исеменән дауам итә. В.С.х. МС‑ы составына рәйес, эштәр идарасыһы, дәүләт контролёры, дәүләт секретары, хәрби министр, эске эштәр, сит ил эштәре, халыҡ һаулығы, игенселек һәм колониялаштырыу, халыҡ мәғарифы, бәйләнеш юлдары, тәьминәт һәм аҙыҡ-түлек, сауҙа һәм сәнәғәт, хеҙмәт, урындағы эштәр (окт. тиклем), финанс, экстерр. милләттәр (окт. тиклем), юстиция министрҙары, Почталар һәм телеграфтар баш идаралығы нач. һ.б. ингән. В.С.х. МС‑ы Себер автономияһын, граждандарҙың демократик азатлығын яҡлауҙы, урындағы үҙидаралыҡтың советтарға тиклемге эшен яңыртыуҙы, эшҡыуарлыҡты тергеҙеүҙе (ш. иҫ. совет власы ваҡытында үткәрелгән национализациялау һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыуҙы), 8 сәғәтлек эш көнөн һәм хеҙмәтсәндәрҙе соц. страховкалау системаһын һаҡлап ҡалыуҙы, профсоюздар эшмәкәрлеген соц.‑иҡт. мәсьәләләр м‑н сикләүҙе, ерҙе Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ҡарарына тиклем ғәмәлдәге ҡулланыусылар ҡулында ҡалдырыуҙы иғлан итә. Йәй— көҙөн В.С.х. МС‑ы Себер армияһын төҙөй һәм Халыҡ армияһына хәрби- техник ярҙам күрһәтә. Ғәскәрҙәрҙе Урал заводтары продукцияһы м‑н тәьмин итеүҙе яҡшыртыу өсөн июлдә Силәбе округын (Златоуст өйәҙе, Силәбе өйәҙе һәм Троицк өйәҙе терр‑яһы) ойоштора, был Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Авг. В.С.х. МС‑ы авт. Башҡортостандың һәм Себерҙең РСФСР‑ға ҡаршы бергәләп көрәшеүе, Башҡорт ғәскәрен Себер армияһы командованиеһына оператив буйһонған айырым ҡораллы көс тип таныу т‑да Башҡорт хөкүмәте м‑н килешеү төҙөй. В.С.х. МС‑ының Урал власть органдары (Силәбе округы) һәм Башҡ. хөкүмәте (Арғаяш, Дыуан, Тамъян-Ҡатай һәм Ялан кантондары) хәрәкәттәренең берҙәм булмауы хәрби мобилизация үткәреү, һалымдар йыйыу, суд эштәрен үтәү ваҡытында ҡапма-ҡаршылыҡтарға килтерә. Сент. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә В.С.х. МС‑ы вәкилдәре Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен ойошторошоусыларҙың береһе була. Сент.—октябрҙә В.С.х. министрҙарының бер өлөшө Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте МС‑ы составына инә. 3 нояб. В.С.х. үҙ-үҙен таратыуы т‑да белдерә һәм вәкәләттәрен Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә тапшыра. В.С.х., Ваҡытлы авт. Себер хөкүмәте рәйестәре: П.Я.Дербер (ғин.—июль), И.А.Лавров (авг.—окт.). В.С.х. МС‑ы рәйесе — П.В.Вологодский (июль— сент.). В.С.х. баҫма органдары: “Собрание узаконений и распоряжений Временного Сибирского правительства” (“Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең ҡарарҙары һәм бойороҡтары йыйынтығы”; Омск, 1918) бюллетене, “Дело Сибири” (“Себер эше”) һәм “Сибирский вестник” (“Себер хәбәрҙәре”) гәзиттәре.

Әҙәб.: К а з а н ч и е в А.Д. Взаимоотношения между антибольшевистскими правительствами на территории Башкортостана //Башкирский край. Уфа, 1997. Вып.7; Процесс над колчаковскими министрами. Май 1920. М., 2003.

А.Д.Казанчиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика