АЙЫУХАНОВ Закир Насир улы (23.5.1889, Сембер губ. Татар Ҡалмайыры а. — 22.6.1961, Өфө), тел белгесе, педагог‑методист. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен (1910), Ҡаһирә ун‑тын (1914) тамамлаған. 1914 й. алып “Хөсәйениә”, 1916 й. — “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә, 1918 й. — Себер татар уҡытыусылар семинарияһында, татар пед. техникумында һәм Томск ҡ. башҡа уҡыу йорттарында уҡыта. 1926 й. башлап В.И.Ленин ис. Респ. башҡ. мәктәбенең (Өфө) уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире һәм уҡытыусыһы, 1930 й. — БАХИ, 1936 й. — Мәскәүҙең 523‑сө татар урта мәктәбе, 1937—56 йй. Өфөнөң 14‑се урта мәктәбе, бер үк ваҡытта К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑ты уҡытыусыһы. 1959—61 йй. ТТӘИ хеҙм‑ре. Башҡ. алфавитын эшләүҙә, башҡ. мәктәптәре өсөн дәреслектәр әҙерләүҙә ҡатнаша, ҡайһы бер шәжәрәләрҙе транскрипциялай һәм урыҫ теленә тәржемә итә. А. төп хеҙмәте — “Әлифба” — 25 тапҡыр ҡабаттан нәшер ителә (ҡара: Әлифба). 17 дәреслек һәм уҡытыу‑методик әсбап авторы һәм төҙөүсеһе.

Әҙәб.: Яйыҡбаев К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре: тарихи‑педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр. 1‑се кит. Өфө, 2003.

К.Я.Яйыҡбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке