ИХТИЛАЛ (1835), Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Шадринск өйәҙе һәм Көңгөр өйәҙе, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Ырымбур казак ғәскәренең 3‑сө, 4‑се һәм 5‑се кантондары халҡының ҡораллы күтәрелеше. Һалым һәм йөкләмәләрҙең күпкә артыуы, хөкүмәттең дини, соц. һәм ер сәйәсәте м‑н ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тыуа. 1834 й. 5 июлендәге “Аҙыҡ‑түлек ярҙамы күрһәтер өсөн запастар булдырыу тураһында положение” (1835 й. майында иғлан ителгән) күтәрелешкә сәбәпсе була. Положениеға ярашлы, мөгәзәйҙәр (уңыш булмаған йылдарҙа иген һаҡлау өсөн йәмәғәт келәттәре) төҙөү ҡаралған була һәм улар мосолман халҡы тарафынан православие сиркәүҙәре тип ҡабул ителә. Ихтилалға Өфө өйәҙе Мәсәғүт а. (хәҙ. Дыуан р‑ны) Алексей Крыласов, Леонтий Васев, Моисей Верздаков, сотник Әбделҡаһир Ҡошсоғолов, урядник Аҙнасура Солтанморатов, мәзин Зәйнулла Әбделҡадиров, зауряд‑яҫауыл Ниғмәтулла Мишәров, Красноуфимск өйәҙенең Ҡошсо улусы Оло Аҡа а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны) Әбделваһап Кәримов (Ғәбделкәримов), Әбделмәжит Әбделваһапов, Ғәбделзәбир һәм Ғәбделйәлил Әптекәевтәр, урядник Динмөхәмәт Сәғәҙиев, Ҡорбанғәли Ишмәнов, Сәйетбаттал Әбделғафаров һ.б. етәкселек итә. Баш күтәреүселәрҙең күпселеген башҡорттар, дәүләт крәҫтиәндәре, Ырымбур казактары, мишәр һәм типтәрҙәр (40 меңгә яҡын кеше) тәшкил итә. 1834 й. окт. үҙҙәрен удел ведомствоһына күсереүгә риза булмаған Красноуфимск һәм Көңгөр өйәҙҙәренең дәүләт крәҫтиәндәре сыуалыштары башлана. 1835 й. апр. ерҙе дөйөм мәжбүри һөрөүгә һәм иген сәсеүгә ҡаршы Ырымбур казак ғәскәренең 3‑сө, 4‑се һәм 5‑се кантон казактары сығыш яһай. Был сыуалыштар баҫтырыла. 1835 й. июнендә Бөрө өйәҙенең 4‑се мишәр кантоны халҡы мөгәзәйҙәр төҙөүҙән баш тарта. Июлдә Бөрө, Бәләбәй, Өфө, Троицк өйәҙҙәренең мосолман халҡы араһында уларҙы көсләп суҡындырыу һәм удел ведомствоһына күсереү т‑да хәбәр тарала. 11 июлдә Мәсәғүт а. баш күтәреүселәр (2 меңгә яҡын башҡорт, дәүләт крәҫтиәндәре, типтәрҙәр) улус хакимиәте вәкилдәрен, капитан‑исправник Тимашевты туҡмай. Өфө өйәҙенең Дыуан улусы Дыуан‑Мәсетле а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны) баш күтәреүселәр мөгәзәйҙәр төҙөргә ризалыҡ биргән старшина Муса Солтамбәковты туҡмай, 8‑се башҡ. кантоны нач. Ә.Ә.Тәкәевте ҡулға ала, “халыҡ яҡлаусылары вәкилдәре”н (Әбделбасир Хәйбуллин, Вәлиша Аҡҡошов, 13‑сө йорт старшинаһы Исламғол Ҡылысбаев, зауряд‑сотник Ишкенә Ирмәков) һайлай һәм “мөгәзәйҙәр төҙөмәҫкә”, “властарға ҡаршы торорға” тигән йәмәғәт ҡарарҙары сығара. Бер үк ваҡытта Красноуфимск өйәҙе башҡорттары, мишәр һәм типтәрҙәре И. (үҙәге Оло Аҡа а. була) тоҡанып китә; уны баҫтырыр өсөн Ырымбур губернаторы В.А.Перовский подполк. К.К.Геке (2 башҡ. атлы полкы, 850 Ырымбур казагы, 2 рота һалдат), полк. Н.А.Мансуров (500 Ырымбур казагы, бер рота һалдат) һәм полк. С.Т.Циолковский (Башҡорт‑мишәр ғәскәре полктары) етәкс. хөкүмәт отрядтары ебәрә. 1835 й. авг. аҙағында ихтилал баҫтырыла. 1836 й. яҙында Өфөлә үткән хәрби суд ҡарары б‑са, 427 баш күтәреүсе һалдатҡа оҙатыла, Себергә һөргөнгә һәм каторга эштәренә ебәрелә, меңәрләгән кеше тән язаһына тарттырыла. Хөкүмәт Урал буйы халҡын удел ведомствоһына күсереүҙән баш тарта; башҡорт, мишәр, типтәр һәм дәүләт крәҫтиәндәре шәхси азатлығын һаҡлап алып ҡала.

Әҙәб.: Давлетбаев Б.С. Большая Ока. История села. Уфа, 1992.

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке