ВОЛЬСКИЙ Владимир Казимирович (11.5.1877, Тамбов ҡ. — 4.10.1937), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. 1897— 1916 йй. ҡулға алыуҙарға һәм һөргөнгә дусар ителә. 1918 й. майында Социал‑революционерҙар партияһы тарафынан Волга буйына большевиктарға ҡаршы күтәрелеш ойоштороу өсөн ебәрелә. Июнь—сент. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, сент.—нояб. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаларының съезы рәйесе. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша. 1919 й. ғин.— февр. Өфөлә һәм Мәскәүҙә Социал- революционерҙар партияһының Өфө ХРК РКП(б) лидерҙары м‑н А.В.Колчак диктатураһына ҡаршы берлектәге хәрәкәттәр т‑да килешеүгә өлгәшкән “Өфө делегацияһы”на етәкселек итә. “Народ” төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе. Репрессиялана (1922), 1929 й. алып һөргөндә (Вологда ҡ.), атыла. 1991 й. аҡлана.

Х е ҙ м.: На пути к свободе слова. СПб., 1914; Программа и тактика Партии социалистов‑революционеров. Тверь, 1917.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика