ВОЛКОНСКИЙ Григорий Семёнович (25.1.1742 — 17.6.1824, С.‑Петербург), кенәз, дәүләт эшмәкәре. Кавалериянан ген. (1794—98 йй. ген.‑аншеф). 1768—74 йй. һәм 1787—91 йй. рус‑төрөк һуғыштарында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын юҡ итеүҙә һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1756 й. алып рус армияһында. 1768—73 йй. Себер карабинерҙар полкы командиры. 1787 й. алып — 1‑се див., 1791 й. — корпус, 1795—96 йй. 2‑се див. командиры. 1803 й. июле — 1817 й. дек. Ырымбур хәрби губернаторы. Ырымбур сик һыҙығын нығытыуға, сик һыҙығының хеҙмәтле халҡының ер биләмәләрен киңәйтеүгә булышлыҡ итә. 1804—05 йй. сик һыҙығына күсерелгән Урал казактары сыуалыштарын баҫтыра. Ватан һуғышы (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтары (1813—14) осоронда Ырымбур казак ғәскәре һәм Урал казак ғәскәре полктарын, башҡорт полктарын, мишәр полктарын һәм типтәр полктарын мобилизациялау, тәьмин итеү һәм хәрәкәттәге армияға оҙатыу эшен башҡара. 1814—15 йй. Турғай далаһында Ҡаратурғай й. буйында ҡурғаш мәғдәне эҙләү өсөн экспедиция әҙерләй. Өфө төҙөлөшөнөң ген. проектын эшләүгә етәкселек итә. Башҡ. һәм мишәр кантондарында хәрби һәм граждан чиновниктары һанын кәметеү, Неплюев хәрби уч‑щеһын (ҡара: Неплюев кадет корпусы) асыу инициаторы. Сенатор (1797), Дәүләт советы ағзаһы (1817 й. алып). Император Мәскәү тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1809 й. алып). Изге Андрей Первозванный (1806), 2‑се (1792) һәм 4‑се (1770) дәрәжә Изге Георгий, Изге Александр Невский (1786), 1‑се дәрәжә Изге Анна, 1‑се дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: С е м ё н о в В.Г., С е м ё н о в а В.П. Губернаторы Оренбургского края. Оренбург, 1999.

Ю.С.Зобов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика