ВОЛКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий (Пороша) Андреевич В. (?—1618). Баяр балаларынан. 1589 й. поместье һәм аҡсалата эш хаҡына хәрби хеҙмәткә алына. 1602 й. нуғайҙар м‑н Рәсәй подданныйлығын раҫлау т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. 1613 й. ҡарай Ҡариҙел й. буйында һәм Брызгалово күле (Ҡариҙел й. басс.) янында 100 сирек ере һәм урман биләмәләре була. Улдары: Василий Васильевич В., 1623 й. ҡалмыҡтар м‑н Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара, 1624 й. ҡалмыҡ илселәрен Мәскәүгә оҙатып бара. 30‑сы йй. уртаһында Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Шөгөр (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) йй. буйында ере, урманы һәм балыҡсылыҡ биләмәләре була; Фёдор Васильевич В., 1635 й. Себер батшаһының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1656 й. стрелецтар отряды башында Себер сик һыҙығы төҙөлөшөнә ебәрелә. 40‑сы йй. аҙ. ҡарай Сосновое күле (Ағиҙел й. басс.) янында ер биләмәләре була. Фёдор Васильевич В. улдарының иң билдәлеһе — Василий Фёдорович В., 1657 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1667 й. Өфө стрелецтар башлығы. 1669 й. Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) янында ер биләмәләре һәм Сосновое күле янында ауылы була. Василий Васильевич В. улдары: ИванВасильевич В. (? — яҡынса 1664 й.). Башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа, 1640 й. ҡалмыҡ сапҡындарын кире ҡағыуҙа ҡатнаша. 1632— 40 йй. Нуғай даруғаһы башҡорттарынан яһаҡ йыйыусы, 1644—54 йй. Өфө приказ йорто окладсыһы (яңы дворяндарға ер һәм аҡсалата эш хаҡы билдәләүгә һайлап ҡуйылған кеше). Атаһы поместьеһының бер өлөшөн (Брызгалово күле янындағы, Ҡариҙел й. һәм уның ҡушылдығы Шаҡша й. буйындағы ерҙәр; Өфө өйәҙе Каловка а.) мираҫҡа ала; Михаил Васильевич В., башҡорттарҙан яһаҡ йыйыусы, 1682—86 йй. Ҡазан даруғаһы һәм Уҫы даруғаһы буйлап “ат яһағы” йыя. Атаһы поместьеһының бер өлөшөн (Брызгалово күле янындағы, Ҡариҙел й. һәм уның ҡушылдығы Шаҡша й. буйындағы ерҙәр; Каловка а.) мираҫҡа ала; Дмитрий Васильевич В., 1640 й. ҡалмыҡ сапҡындарын кире ҡағыуҙа ҡатнаша. Атаһы поместьеһының бер өлөшөн (Брызгалово күле янындағы, Ҡариҙел й. һәм уның ҡушылдығы Шаҡша й. буйындағы ерҙәр, Каловка а.) мираҫҡа ала. Иван Васильевич В. улы Степан Иванович В., башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 80‑се йй. уртаһынан батша һарайында хеҙмәт итә. Шулай уҡ билдәлеләр: Василий Иванович В., 1748 й. Ырымбур драгун полкында хеҙмәт итә; Александр Гаврилович В., Ырымбур драгун полкында хеҙмәт итә, прапорщик. В. ерҙәрендә Өфө өйәҙендә ике Волков ауылы нигеҙләнгән, тип фараз ителә: Волков 2се һәм БР‑ҙың Благовещен р‑нындағы ауыл. В. нәҫеленә Д.С.Волков та ҡарай. В. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Генераль ыҙанлау б‑са нәҫелдең 10 вәкиле 300‑гә яҡын дисәтинә ер биләгән. 16—19 бб. Башҡортостан терр‑яһында нәҫелдең 76 вәкиле хеҙмәт иткән.

Әҙәб.: Н о в и к о в В.А. Сборник материалов для истории уфимского дворянства. Уфа, 1879; Текст “Отводной книги по Уфе” (1591/92— 1629) //Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971. 

 

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика