ВОЛКОВ Дмитрий Семёнович (1837, Тверь губ. — 27.2.1900, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник. Дини тәғлимәт канд. (1862). Дворян (1872). Волковтар нәҫеленән. Мәскәү дини акад. тамамлаған (1862). 1863 й. Ырымбур губ. идаралығы хеҙм‑ре, 1864 й. алып Ырымбур дәүләт милке палатаһы эргәһендәге махсус эштәр чиновнигы. 1865 й. башлап Өфөнөң 2‑се участка суд тәфтишсеһе вазифаһын башҡарыусы, 1867 й. — Өфө губернаторы һәм Өфө губерна айырым земство йөкләмәләре присутствиеһы канцеляриялары идарасыһы, 1870 й. — Өфө йәмәғәт тәрбиәһе приказы ағзаһы, 1872 й. — Өфө губерна идаралығының өлкән советнигы. 1874—87 йй. Өфө ҡала башлығы, бер үк ваҡытта 1879 й. алып Өфө суд округының почётлы мировой судьяһы. 2 ҡала банкыһын (үҙ‑ара кредитлау һәм йәмәғәт), бер нисә йәмәғәт учреждениеһын асыуға булышлыҡ итә. Өфө өйәҙенең төньяғында ер биләмәләре була. Көньяҡ Уралдың 16—19 бб. тарихы б‑са материалдар (Ғилми архивта һаҡлана) йыя. 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә Изге Станислав, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Погибающий город и изуродованная магистральная линия (по поводу проектирования обхода г.Уфы Самаро‑Уфимской дорогой). СПб., 1885.

 

В.В.Латипова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика