ВОЛКОВ Дмитрий Васильевич [1718 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1727), Мәскәү губ. — 1785, Полоцк наместниклығы Крест а.], дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1768). Дворян (1745 й. алып). 1742 й. алып — Сит ил эштәре коллегияһында, 1756 й. башлап Батша һарайы эргәһендәге конференцияла хеҙмәт итә, 1762 й. Сит ил эштәре коллегияһында Император советы ағзаһы. 1762 й. башлап Ырымбур вице‑губернаторы, 1763 й. июнь—сент. Ырымбур губернаторы. Ҡаҙаҡтарға игенде пошлинаһыҙ һатыу индерә, Урта Азияға йүнәлеүсе сауҙа каруандарын һаҡлауҙы көсәйтә. 1764 й. алып Мануфактур‑коллегия президенты, 1776 й. — Смоленск һәм Белгород ген.‑губернаторы, 1778 й. — С.‑Петербург ген.‑полицмейстеры, 1779—80 йй. С.‑Петербург губернаторы. Сенатор (1768). Ырымбур крайы т‑да яҙмалар (1763), “Воспитание” комедияһының (1774) авторы. Изге Александр Невский орд. м‑н бүләкләнгән (1772).

Әҙәб.: С е м ё н о в В.Г., Се м ё н о в а В.П. Губернаторы Оренбургского края. Оренбург, 1999.

Ю.С.Зобов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика