ВОЛГА БУЙЫ БОЛҒАРЫ, Волга - Кама  Болғары, 10 б. — 13 б. 1‑се ярт. Урта Волга буйында һәм Кама янындағы дәүләт. Гардизи, Гарнати, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Иҙриси һ.б. урта быуат авторҙары хеҙмәттәрендә телгә алына. Болғарҙарҙың бер өлөшө Түб. Волга һәм Дон буйҙарынан Урта Волга буйына күсеп ултырыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Баш ҡалаһы — Болғар ҡ., 12 б. алып — Биләр ҡалаһы. Дәүләт дине — ислам. 10—12 бб. әҙәби болғар теле формалаша. Хужалыҡтың нигеҙен һабан игенселеге (арпа, бойҙай, тары һ.б. сәскәндәр), ярым күсмә һәм ултыраҡ малсылыҡ (башлыса йылҡы үрсеткәндәр) тәшкил иткән, ш. уҡ балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ үҫеш алған. Балсыҡтан, һөйәктән әйберҙәр яһау, тимерселек, зәргәрлек, быяла эшләү таралған була. Архитектура үҫешкән: таш биналар, һыу үткәргестәр һ.б. төҙөлгән. Археологик һәм яҙма сығанаҡтар б‑са, В.б.Б. 150 ҡала (иң ҙурҙары — Биләр, Болғар, Йүкәтау, Сыуар) һәм 800‑ҙән ашыу торама пункт иҫәпләнгән. В.б.Б. халҡы ҡалдырған археологик ҡомартҡылар иҫәбенә Оло Тархан ҡәберлеге, Ҡайбел, Тәнкәй, Тәтеш ҡәберлектәре һ.б. инә. Көнсығыш Европа, Көньяҡ Урал, Себер, Яҡын һәм Урта Көнсығыш м‑н сәйәси һәм иҡт. бәйләнештәр тотҡан. 10— 12 бб. Дәшти Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре, урыҫ кенәзлектәре һ.б. м‑н һуғыштар алып барған. Урта Волга буйы һәм Урал алды халыҡтары (ш. иҫ. башҡорттар; ҡара: Башҡорт әҙәбиәте) үҫешенә этномәҙәни йоғонто яһай. 13 б. 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында Алтын Урҙа составына инә.

Әҙәб.: Ф а х р у т д и н о в Р.Г. Очерки по истории Волжской Булгарии. М., 1984; Е г о р о в В.Л. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. М., 1985; История татар с древнейших времён. В 7 т. Т.2. Волжская Булгария и Великая Степь. Казань, 2006.

 

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Карта: 10—12 бб. Волга буйы Болғары

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика