ВОЕВОДА, Рәсәй өйәҙҙәрендәге (городовой йәки өйәҙ В.; 16 б. урт. — 1708 й.) һәм провинцияларындағы (провинция В.; 1719—75) юғары хөкүмәт чиновнигы. Юғары һәм үҙәк дәүләт власы органдары (Баярҙар думаһы һәм приказдар; Сенат һәм Дәүләт коллегиялары) тарафынан тәғәйенләнгән һәм контролдә тотолған; адм.‑хужалыҡ, хәрби, суд, сик буйы өйәҙҙәрендә һәм провинцияларында ш. уҡ дипломатик вәкәләттәргә эйә булған. Тәғәйенләнгәндә вазифалары күрһәтелгән наказ алған. 18 б. 1‑се сирегендә провинция В. комендант йәки обер‑комендант тип аталған. 1586 й. алып Башҡортостандың Верхотур, Тубыл, Төмән, Чердын өйәҙҙәре һәм Өфө өйәҙе составында булған терр‑яһына Верхотур, Тубыл, Төмән, Чер‑ дын һәм Өфө В. идара иткән, улар Разряд приказына, Себер приказына һәм Ҡазан һарайы приказына буйһонған. Өфө В. күсмә халыҡтарҙы Рәсәй подданныйлығына ҡабул итеү, ш. уҡ үҙҙәренә буйһонған терр‑яла хәрби операциялар башлау һәм алып барыу хоҡуғына эйә булған. 1712— 15 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1719) Өфө провинцияһы ойошторолғандан һуң, Өфө провинция В. вазифаһы булдырыла, уның эшмәкәрлеген Се‑ нат (формаль йәһәттән 1728 й. тиклем Ҡазан губернаторы), 1735—40 йй. — Башҡорт эштәре комиссияһы һәм Ырымбур комиссияһы [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)] нач., 1744 й. алып Ырымбур губернаторы контролдә тота. Билдәле булған Өфө провинция В.: Бахметев И. (1715—?), Шеховский И. (?—1727), Бутурлин П.И. (1728—?), Кошелев П.Д. (?— 1735), Мерзлюкин Н.М. (1735 й. алып), Шемякин С.В. (1736—38), Воейков П. (1740), Аксаков П.Д. (1740—44), Мещерский Ю. (1754—?), Матюнин (1762—?), Новиков Ф.И. (1763 й. алып), Спиридов И.В. (1764 й. алып), Борисов А.Н. (1770 й. алып), Татаринов И. (1778—81).

Әҙәб.: М у р а т о в а В.Н. Воеводский аппа‑ рат управления в Башкирии во второй половине XVI — XVIII в. //Социально‑экономическое и политическое развитие Башкирии в конце XVI — начале XX в. Уфа, 1992. 

В.Н.Моратова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Өфө ҡала воеводалары (1590—1708)

Воеводаның исем-шәрифе

Етәкселек итеү йылдары

Нагой Михаил Александрович

1590, 1592, 1594—1602, 1603/04—04/05

Ладыгин Б.В.

1593

Годунов Никита Васильевич

1605—06, 1610/11

Власьев Афанасий Иванович

1606—13

Онучин Михаил Андреевич

1613—14

Каловский Иван Ермолаевич

1614—14/15

Хилков Борис Андреевич

1614/15—1616

Елецкий Фёдор Андреевич, кенәз

1615/16

Хлопов Гаврило Васильевич

1616/17—1620

Прончищев Осип

1620—1621

Измайлов Григорий Васильевич

1621—1622

Коробьин Семён Гаврилович

1622—23/24

Волынский Семён Иванович

1623/24—25/26

Чичерин Иван Иванович

1626/27—1628

Желябужский Иван Григорьевич

1628—1634

Вельяминов Никита Дмитриевич

1634—1636

Волконский Пётр Федорович, кенәз

1636—1639

Салтыков Иван Иванович

1639—1640

Плещеев Лев Афанасьевич

1640—41/42, 1646/47—1649

Бутурлин Михаил Матвеевич

1643—1645

Алябьев Фёдор Андреевич

1645—46/47

Пожарский (Полкарский) Пётр Дмитриевич, кенәз

1645—46/47

Милославский Фёдор Яковлевич, кенәз

1649—1651/52

Францбеков Иван Андреевич

1653/54—54/55

Нарбеков Афанасий Самойлович

1656

Головин Алексей Иванович

1657—1658

Панчуледзев И.С.

1658

Измайлов Александр Тимофеевич

1659/60—60/61

Сомов Фёдор Иванович

1660/61—1662, 1664—66/67

Волконский Фёдор Фёдорович, кенәз

1662—1663

Волконский Андрей Михайлович, кенәз

1663—1664

Кондырев Иван Петрович

1671—71/72, 1685—86

Кондырев Пётр Тимофеевич

1672/73—1676

Хитрово Венедикт Яковлевич

1676—78

Скуратов Пётр Дмитриевич

1679—80/81

Коркодинов Андрей Михайлович

1680/81—82/83

Барятинский Данила Афанасьевич, кенәз

1683—83/84

Барятинский Иван Фёдорович, кенәз

1686—1687/88

Толстой Иван Андреевич

1689—1691

Стрешнев Василий Фёдорович

1691—1694

Головин Дмитрий Никитич

1694—1695

Юрьев Г.А.

1695—1696

Леонтьев Василий Фёдорович

1696—1696/97

Молостов Дмитрий Иванович

1697

Пушкин Иван Калиныч

1697—1700

Аничков Борис Фёдорович

1700—1701

Зыбин Ефим Панкратович

1701—03

Тухачевский Гаврила Яковлевич

1703—1703/04

Аничков Александр

1704/05—05

Аристов Лев Фёдорович

1705—08

Есипов Фёдор

1708

 

Яндекс.Метрика