“ВОГАУ ҺӘМ К°” сауҙа йорто, Рәсәйҙә иң эре сауҙа-сәнәғәт һәм финанс фирмаларының береһе. 1859 й. Мәскәү сауҙагәре М.М.Вогау һәм Ревель сауҙагәре В.Д.Лютер тарафынан Мәскәүҙә ойошторола; 1917 й. тиклем Вогауҙар ғаиләһе һәм уларға туған эшҡыуарҙар ҡулында була. 19 б. 70‑се йй. башында фирманың төп капиталы — 45 меңһум, 1914 й. 41 млн һум тәшкил итә; 1914 й. әйләнештәге йыллыҡ капитал 145 млн һумға етә. 19 б. 70—80‑се йй. “В. һәм К°” 13 сауҙа- сәнәғәт пр‑тиеһы, ш. иҫ. Өфө губернаһында филиалы булған “Якорь” страховкалау йәмғиәте һәм составына сауҙа йорто тарафынан 1882 й. һатып алынған Ҡағы заводы һәм Үҙән заводы ингән Белорет заводтары йәмғиәте, хужаларының береһе була; 1914 й. төп капиталы 90 млн һумдан ашыу булған 24 акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеген контролдә тота. “В. һәм К°” Ҡыштым тау заводтары йәмғиәтенең баҡыр һәм көкөрт колчеданын һатыу м‑н шөғөлләнә; “Каруан” сәйе м‑н сауҙа итеүөсөн Өфө губ. филиалы булған Урыҫ ширҡәтенеңһәм 1913 й. Силәбе өйәҙендә таш күмер копиҙарын һатып алған Рәсәйҙәге пр‑тиеларҙы тикшереүһәм көйләү йәмғиәтенең акцияларына эйә була, Уралда ағалтын һәм нефть ятҡылыҡтарын эҙләү эше алып бара. 20 б. башында Өфөлә “В. һәм К°” күсемһеҙ милкенең хаҡы 100 меңһумдан ашыу тәшкил итә. 1916 й. “В. һәм К°” эшмәкәрлегенә хөкүмәт күҙәтеүе урынлаштырылғандан һуң, бик күп төп пр‑тиелар сауҙа йорто тарафынан һатыла; 1917 й. хужалары Рәсәйҙән күсеп китә. 20 б. башында Өфөлә “В. һәм К°” тарафынан төҙөлгән “Каруан” сәй төрөү ф‑каһы бинаһы (Чернышевский урамы, 88) — архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: П е т р о в Ю.А. Московская буржуазия в начале ХХ века: предпринимательство и политика. М., 2002.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика