ВЛАСЬЕВ Афанасий Иванович (? — 1613, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Дума дворяны (1611). 1599—1603 йй. Ҡазан һарайы приказында хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта 1601—05 йй. Илселек приказына етәкселек итә. 1605 й. батша Борис Годунов тарафынан Ялған Дмитрий I м‑н һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ебәрелә, ләкин уның яғына сыға (окольничий дәрәжәһе, “бөйөк секретарь”, казначей һ.б. вазифалар ала). Ялған Дмитрий I ҡолатылғандан һуң, Өфөгәһөргөнгә ебәрелә (ҡара: Сәйәси һөргөн). 1606— 10 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1607— 11) Өфө воеводаһы. Күсмә халыҡтарҙы рус подданныйлығына ҡабул итеү мәсьәләләре б‑са киң дипломатик вәкәләттәргә эйә була. “Бола” йылдарында башҡорттарҙың ҡалмыҡтар һәм Себер татарҙары м‑н хәрби бәрелешен булдырмау арҡаһында, төбәкте Рус дәүләте составында һаҡлап алып ҡала.

В.Н.Моратова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика