ВИШНЕВСКИЙ Евгений Кондратьевич (1.11.1870, Полтава губ. — 1945 й. һуң), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.- майор (1918). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 19 б. аҙ. алып рус армияһында. 1918 й. июль—дек. 2‑се Себер уҡсылар див. нач., Себер армияһының 1‑се Урта Себер армия корпусының ком. ярҙамсыһы. 1918 й. дек. башлап ген.‑губернатор вәкәләттәре м‑н Һамар-Өфө крайының (Һамар губернаһы һәм Өфө губернаһы терр‑ялары) баш начальнигы. Дәүләт учреждениеларынан совет власы органдары м‑н хеҙмәттәшлек итеүсе хеҙм‑рҙәрҙе эштән сығарыуҙы ойоштора (“ышанысһыҙ кешеләр” ҙең бер өлөшө Өфө губ. ситкә ҡыуыла). Майҙан айырым Көнбайыш армияның хәрби‑адм. идаралығы нач., дәүләт тәртибен һәм район тыныслығын һаҡлау б‑са вәкил, июлдән Себерҙә хәрби‑адм., сент. алып командирлыҡ вазифаларында. 1921 й. башлап Ҡытайҙа йәшәй.

Ә ҫ ә р ҙ.: Аргонавты белой мечты (описание Якутского похода Сибирской добровольческой дружины). Харбин, 1933.

Әҙәб.: П л о т н и к о в И.Ф. Александр Васильевич Колчак: исследователь, адмирал, Верховный правитель России. М., 2003.

 А.Д.Казанчиев, И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика