ВИЛЬМАНСТРАНД ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1806 й. 16 авг. император Александр I исемле указы б‑са Өфө мушкетёрҙар полкының (ҡара: Өфө пехота полкы) 4 ротаһы нигеҙендә Вильманстранд мушкетёрҙар полкы булараҡ ойошторола; 1811 й. алып В.п.п., 1833 й. — Вильманстранд егерҙар полкы, 1864 й. — 86‑сы В.п.п. 1808— 09 йй. рус-швед һуғышында, Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14), рус-япон һуғышында (1904—05) һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1918 й. мартында таратыла. Рдейск монастырында (Иҫке Русса ҡ. янында) В.п.п. 1904—05 йй. һәләк булған яугирҙарына һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Е ф и м о в Н.С. Краткая памятка 86-го пехотного Вильманстрандского полка (1806—1906 гг.). СПб., 1912; Р а х и м о в Р.Н. Деятельность Г.С.Волконского по комплектованию российской армии в начале XIX века // Личность в политической истории Европы и США в новое и новейшее время. Уфа, 1997.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика