ВИКМАН Пётр Михайлович (13.11. 1890, Рига — 10.4.1958, шунда уҡ), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1906 й. алып Рига һәм Тверь ҡҡ. заводтарында эшләй. 1918 й. башлап РКП(б)‑ның Тверь губерна ком-ты, бер үк ваҡытта 1919 й. Тверь губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 1920 й. июле — 1921 й. майында РКП(б)-ның Башҡ‑н өлкә ком-ты секретары, бер үк ваҡытта 1920 й. июнь—июлендә Башҡ‑н ХРК рәйесе урынбаҫары. 1922—24 йй. РКП(б)-ның Смоленск губерна ком-ты секретары. 1925 й. алып СССР Эшсе- крәҫтиән инспекция ХК хеҙм‑ре, 1927 й. — ВКП(б)- ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы. 1930— 35 йй. Бөтә Рәсәй ҮБК- ның яуаплы инструкторы. СССР Бөтә Рәсәй ҮБК- ның 1‑се саҡырылыш, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 7‑се, 10—11‑се саҡырылыш ағзаһы.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика