АЙЫУТОҘАҠЛАҒАН, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Бирйән һәм Ҡусағаҙы йй. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) араһынан көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км. Төньяҡ өлөшө (киңлеге 4,5 км) күп уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған, бында 5 түбә айырылып тора; көньяҡ өлөшөнә (киңлеге 3 км) йомро түбәләр, текә битләүҙәр хас. Һырттың бейеклеге 500 м ашыу. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтарынан тора. Ландшафтары ныҡ айырымланған. Тау-урман тупрағында киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы, асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы урмандар таралған.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке