ВЕРХНЕУРАЛ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы составында. 1784 й. В.ө. төньяҡ өлөшө — Троицк өйәҙенә, 1865 й. көнбайышы — Өфө өйәҙенә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенә, көньяғы Орск өйәҙенә инә. 18 б. аҙ. төньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Троицк өйәҙе, көнсығышта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Стәрлетамаҡ өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Верхнеурал ҡалаһы. Майҙаны — 49962 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 30157 кеше (ш. иҫ. 18790 башҡорт), 1897 й. — 223245 (башҡорттар — 44025, мишәрҙәр — 2528, мордвалар — 2945, татарҙар — 12102, типтәрҙәр — 13276, урыҫтар — 146126 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 112787 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 25768, дворяндар — 869 һ.б.; мосолмандар — 56705, православие динендәгеләр — 157321 (ш. иҫ. 1129 старообрядсы) һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, В.ө. терр‑яһында 6‑сы башҡ. кантоны ойошторола; Ырымбур сик һыҙығының 1—2‑се дистанциялары частары урынлаша. 1866 й. өйәҙ терр‑яһында 237 торама пункт, 4 стан була. 1890 й. — 9 улус (Белорет, Күбәләк- Тиләү, Ҡағы, Ҡатай, Тамъян-Түңгәүер, Типтәр-Учалы, Тирлән, Үҙән, Әүжән-Петровск) һәм 9 станица (Березин, Варшавка, Велико-Петровск, Верхнеурал, Ҡарағай, Ҡыҙыл, Магнит, Наследницкий, Николаевка), 1917 й. 10 улус теркәлгән. Халыҡтың төп өлөшө игенселек м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында Белорет заводы, Ҡағы заводы, Тирлән заводы, Үҙән заводы, Үрге Әүжән-Петровск заводы эшләй. 10‑ға яҡын йәрминкә үткәрелә. 94 мәсет, 34 сиркәү һәм 5 часовня була (1866). Өйәҙ 1919 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Тамъян-Ҡатай кантоны һәм Силәбе губернаһы составына инә. Карта 31 б.

Әҙәб.: Список населённых мест по сведениям 1866 года. Т.28: Оренбургская губерния. СПб., 1871; Волости и гмины 1890 года. Оренбургская губерния. СПб., 1890; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.28: Оренбургская губерния. Т.28. СПб., 1904.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Илл.: Верхнеурал өйәҙе (19 б. аҙағы)

Яндекс.Метрика