ВЕРХНЕУРАЛ ҠӘЛҒӘҺЕ, 1735 й. Таймаҫ Шәимов булышлығында И.К.Кирилов тарафынан Яйыҡ й. үрге ағымында Себер даруғаһы Ҡара- Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур сик һыҙығының хәрби-нығытмалы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. Яйыҡ й. (ҡара: Урал) исеме м‑н аталған. 18 б. 40‑сы йй. башына тиклем — Үрге Яйыҡ пристане, 1775 й. тиклем Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе исеме м‑н билдәле була. Халҡы башлыса малс‑ҡ, игенселек, ваҡ һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән. 50‑се йй. В.ҡ. аша Екатеринбург— Ырымбур оло юлы үтә. Гарнизон пехота һәм 2 драгун ротаһынан торған. 200‑гә яҡын хужалыҡ, 2 сиркәү булған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1773 й. дек. ҡәлғәгә баш күтәреүселәр һөжүм итә, 1774 й. хөкүмәт ғәскәрҙәре тупланыу үҙәктәренең береһе була. Өфө наместниклығын ойоштороу т‑дағы 1781 й. указ б‑са, өйәҙ ҡалаһы (ҡара: Верхнеурал) статусын ала һәм Верхнеурал өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика