ВЕРХНЕУРАЛ, ҡала (1781 й. алып), Верхнеурал өйәҙенең адм. үҙәге (1781— 1919). 1735 й. нигеҙ һалына (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе). 19 б. 60‑сы йй. алып Ырымбур казак ғәскәренең 2‑се хәрби бүлеге үҙәге була. 1786 й. 300 хужалыҡ, ш. иҫ. хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм отставкалағы чиндарға ҡараған — 280, мещан һәм сауҙагәрҙәргә ҡараған 4 хужалыҡ иҫәпләнгән. 1811 й. 700 кеше йәшәгән, 1897 й. — 11103 кеше (башҡорттар — 212, мордвалар — 296, татарҙар — 948, урыҫтар — 9471 һ.б.). Халҡы малсылыҡ, игенселек, сауҙа, һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән. 19 б. аҙ. 18 һөнәрселек пр‑тиеһы булған. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. 1866 й. мәхәллә училищеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү эшләгән. 1891 й. ҡалала Николай II булып китә. Граждандар һуғышы барышында 1918 й. февр.—мартында — А.И.Дутов штабы, авг.— нояб. авт. Башҡортостандың Тамъян- Ҡатай кантоны башҡармаһы урынлашҡан. 1918 й. яҙында — 1919 й. йәйендә ҡала бер нисә тапҡыр казактар, партизандар, РККА частары ҡулына күсә. 1919 й. алып Силәбе губернаһы составында.

 Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018