ВЕРНИКОВСКИЙ Александр Иосифович (25.6.1867, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Верниковский утары — 16.1. 1928, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Титулярный советник. Дворяндарҙан. 1906 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлаған (1894). 1895 й. башлап Өфө өйәҙенең Минйәр табип участкаһының ветеринар врачы, 1901 й. — Өфө ит аҙыҡтарын тикшереү станцияһы (станция эргәһендә ветеринария һәм статистика б‑са китапхана, патологоанатомик музей булдыра) мөдире. 1909 й. алып Өфө ҡала думаһы гласныйы; Өфө ҡала башҡармаһы ағзаһы, бүлек мөдире, 1914—17 йй. Өфө ҡалаһы башлығы. 1917 й. башлап йәмәғәт ойошмаларының Өфө губерна ком‑ты президиумы рәйесе, бер үк ваҡытта 1917—19 йй. Өфөнөң участка мировой судьяһы, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар б‑са Өфө округ комиссияһы рәйесе. Өфө губерна ХКС‑ының эске эштәр һәм һаулыҡ һаҡлау бүлектәрендә эшләй. 1920—22 йй. Байкал аръяғында чума эпидемияһына ҡаршы саралар ойоштороуҙа ҡатнаша. 1922 й. сент. алып БАССР игенселек ХК‑ның ветеринария идаралығы нач. урынбаҫары. 

 

С.М.Исхаҡов, В.В.Латипова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика