ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1918 й. 26 июлендә Сембер губ. РККА‑ның Беренсе армия Реввоенсоветы бойороғо б‑са 1‑се йыйылма Сембер пехота див. булараҡ ойошторола, нояб. алып 24‑се Сембер уҡсылар див., 1921 й. апр. — 24‑се Һамар уҡсылар див., 1922 й. майынан — 24‑се Һамар-Сембер уҡсылар див., 1924 й. июненән — 24‑се Һамар-Ульяновск уҡсылар див.; 1918 й. авг. башлап Железная почётлы исемен йөрөтә. Див. составына 70‑се, 71‑се һәм 72‑се (1918 й. сент.—окт. ярашлы рәүештә 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө) уҡсылар бригадалары; 1921 й. алып 70‑се, 71‑се һәм 72‑се уҡсылар полктары һәм 1924 й. — еңел артиллерия полкы, айырым кавалерия эскадроны һәм сапёр батальоны; 1937 й. — 7‑се, 168‑се һәм 274‑се уҡсылар, 160‑сы еңел һәм 246‑сы гаубица артиллерия полктары, айырым 8‑се разведка, 56‑сы элемтә һәм 73‑сө сапёр батальондары, 52‑се танкыға ҡаршы һәм 370‑се зенит артиллерия дивизиондары инә. Көнсығыш фронтта (1920 й. тиклем), Кавказ (1920 й. ғин.—марты), КөньяҡКөнсығыш (1920 й. марты—майы) һәм Көньяҡ-Көнбайыш (1920 й. июнь—дек.) фронттарында 1‑се армия (1918 й. июле — 1919 й. майы, авг.—дек.), Төркөстан армияһы (1919 й. май— июне), Бишенсе армия (1919 й. июнь— авг.), 9‑сы армия (1920 й. ғин.—марты), Дон өлк. ғәскәрҙәре (1920 й. марты— майы), Мозырь төркөмө (1920 й. июне), 12‑се (1920 й. июне), 1‑се атлы (1920 й. июль—авг.) һәм 14‑се (1920 й. авг.—нояб.) армиялары; Киев (1920—37) һәм Ленинград (1937—39, 1940) хәрби округтары, Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 7‑се армияһы (1939 й. нояб. — 1940 й. марты), Көнбайыш Айырым хәрби округы (1940—41); Көнбайыш (1941 й. июнь—июле), Үҙәк (1941 й. июль—авг.) һәм Брянск (1941 й. авг.—сент.) фронттарында 3‑сө (1941 й. июне), 13‑сө (1941 й. июнь—июле) һәм 21‑се (1941 й. авг.— сент.) армиялары составына инә. Граждандар һуғышы барышында 1920 й. тиклем Волга буйында, Урал янында хәрәкәт итә, Сембер (1918 й. сент.), Сызрань, Ставрополь, Боғорослан, Быҙаулыҡ (окт.), Ырымбур (1919 й. ғин.), Орск (февр.) ҡалалары өсөн алыштарҙа, Боғорослан, Бәләбәй операцияларында, Өфө операцияһында, Златоуст операцияһында ҡатнаша, 1920 й. Украинала петлюровсылар һ.б. ҡораллы формированиеларға ҡаршы көрәшә; 1920 й. совет-поляк һуғышында Чернобыль, Овруч, Мозырь, Луцк, Сокаль, Изяслав ҡҡ. азат итеүҙә, 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында Карелияла, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияла алыштарҙа ҡатнаша. 1941 й. 27 дек. ҡамауҙан сыҡҡанда байрағын юғалтыу арҡаһында таратыла. Див. Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡтар тапшырылған (1918, 1922, 1928). Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1933, 1940). Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡтар ш. уҡ 208‑се, 209‑сы, 211—215‑се (1919), 71‑се һәм 72‑се (1930) уҡсылар полктарына тапшырылған. Див. нач.: Г.Д.Гай (1918 й. июленән), В.И.Павловский (1918 й. нояб. — 1919 й. февр., 1919 й. апр. — 1920 й. июле), Э.Ф.Вилумсон (1919 й. февр.—апр.), М.В.Муретов (1919 й. апр., 1920 й. июле — 1921 й. ғин.); билдәле див. ком.: полковниктар Ф.Ф.Алябушев (?—1936) һәм А.В.Васильев (1936 й. алып), комдив Д.К.Королёв (1937—38), комбриг П.Е.Вещев (1939), комбриг, 1940 й. башлап ген.‑майор К.Н.Галицкий (1939—41), ген.‑майор Т.К.Бацанов (1941 й. июль—сент.). 1944 й. февр. 24‑се Һамар-Ульяновск Железный уҡсылар див. табылған һәм реставрацияланған байрағы, див. һәм уның полктарының почётлы исемдәре һәм наградалары 24‑се Бердичев уҡсылар див. һәм уның полктарына тапшырыла. Кенәз Даниил Галицкий ис. 24‑се Окт. Революцияһы орд., өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы, 2‑се дәрәжә Суворов һәм 2‑се дәрәжә Богдан Хмельницкий орд. Һамар-Ульяновск Бердичев Железный механизацияланған див. 1993 й. Львов ҡ. таратыла. Див. байраҡтары РФ Ҡораллы Көстәренең Үҙәк музейында (Мәскәү) һаҡлана.

Әҙәб.: Гай Г.Д. В боях за Симбирск. Ульяновск, 1928; Славой овеянная. Саратов, 1978.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика