ЕГЕРМЕНСЕ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1918 й. 6 июлендә Пенза ҡ. РККА‑ның Беренсе армия командующийы М.Н.Тухачевский бойороғо б‑са Пенза пехота див. булараҡ ойошторола; 1 сент. алып 1‑се Пенза див., 1919 й. мартынан 20‑се Пенза уҡсылар дивизияһы. Див. составына 3 уҡсылар бригадаһы инә. 1‑се (1918 й. июле — 1919 й. окт.), 10‑сы (1919 й. дек. — 1920 й. апр.) һәм 11‑се (1920 й. апр. — 1921 й. майы) армиялар составына инә һәм Көнсығыш фронтта (1919 й. окт. тиклем), Көньяҡ-Көнсығыш (1919 й. дек. — 1920 й. ғин.) һәм Кавказ (1920 й. ғин. — 1921 й. майы) фронттарында 1‑се Атлы армияның (1920 й. февр.—марты) оператив ҡарамағында була. Граждандар һуғышы барышында 1919 й. окт. тиклем Волга буйында һәм Урал янында хәрәкәт итә, 1918 й. Сызрань-Һамар операцияһында ҡатнаша, Бәләбәй (нояб.), Стәрлетамаҡ (1918 й. дек. һәм 1919 й. майы), Ырымбур һәм Верхнеуральск (1919 й. ғин.) ҡҡ., Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск Заводы а. һәм Орск өйәҙе Ҡананикольский а. (февр.) өсөн алыштарҙа, Һалмыш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы, март—апр.), Өфө операцияһында, Аҡтүбә операцияһында (авг.) ҡатнаша. 1919 й. ҡышы — 1921 й. йәйендә Түб. Волга буйында һәм Кавказда хәрәкәт итә, Царицын ҡ. алыуҙа, 1920 й. Дон-Маныч һәм Баҡы операцияларында, Грузияла һәм Әрмәнстанда совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша. 1921 й. 13 окт. таратыла. Дивизия нач.: Я.П.Гайлит (1918 й. июле), А.И.Воздвиженский (1918 й. июль—дек.), А.Е.Воробьёв (1918 й. аҙ., 1919 й. февр.—июле), Е.П.Кофаль (1919 й. ғин.—февр.), В.П.Распопов (1919 й. июле), М.Д.Великанов (1919 й. июле — 1920 й. февр., майы — 1921 й. окт.), Б.В.Майстрах (1920 й. февр.—апр.), Е.М.Тихомиров (1920 й. апр.), В.И.Попович (1920 й. апр.—майы).

Әҙәб.: Боевой путь Первой революционной армии Восточного и Туркестанского фронтов. Июнь 1918 — февраль 1921. Ашхабад, 1972.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика