ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы (1.2.1901, Стәрлетамаҡ ҡ. — 23.3.1971, Өфө), химик. Химия ф. канд. (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Өфө халыҡ мәғарифы ин‑тын тамамлаған (1928). 1919 й. алып БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны (БР‑ҙың Белорет р‑ны), Стәрлетамаҡ һәм Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1921—22 йй. БАССР‑ҙың Мәғариф ХК инструкторы. 1928 й. башлап К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында: 1932 й. алып химия каф. мөдире, бер үк ваҡытта химия бүлеге мөдире, 1934 й. — тәбиғәт белеме һәм география ф‑ты деканы, 1953 й. — уҡыу‑уҡытыу һәм фән эштәре б‑са проректор. 1957 й. алып БДУ‑ла: химия каф. мөдире, 1964—70 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни‑пед. эшмәкәрлеге Башҡортостанда халыҡ мәғарифын үҫтереүгә, химия б‑са дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуға, уларҙы башҡ. теленә тәржемә итеүгә, квалификациялы химия белгестәре әҙерләү проблемаларына арналған. И. — тәүге лат.-урыҫса‑башҡ. химик реактивтар һүҙлеген (1934), урыҫса‑башҡ. химик терминдар һүҙлеген (1950) төҙөүсе. 20 фәнни хеҙмәт авторы. Респ. Ғалимдар йорто идараһы рәйесе. БАССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.И.Ишмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке