ИШМӘЕВА Элеонора Әхмәт ҡыҙы (18.4.1940, Өфө), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1982), проф. (1991). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1988 й. алып фәнни‑тикшеренеү лаб. мөдире, 2005 й. — А.М.Бутлеров ис. Химия ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре. Бер үк ваҡытта 1992—2008 йй. Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре түбән координациялы фосфор берләшмәләренең синтезы, төҙөлөшө һәм реакцияларға һәләтле булыуы мәсьәләләренә, элементорганик берләшмәләрҙә конформацион анализға һәм молекулалар эсендә электрондарҙың үҙ‑ара тәьҫирен тикшереүгә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Реакции и методы исследования органических соединений. Кн. 19, 23. М., 1968, 1973 (авторҙ.); Справочник по дипольным моментам фосфороорганических соединений. Казань, 1998 (авторҙ.).

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке