ИСМӘҒИЛЕВ Фоат Ришат улы (25.1.1949, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Байгилде а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (2000). Р.С.Исмәғилевтең улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй, 1979 й. алып Волга‑Урал нефть һәм газ ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (Ырымбур ҡ.) лаб. мөдире, 1989 й. — “Грознефтехим” ҒПБ‑ның Башҡ‑н махсуслаштырылған конструкторлыҡ- технологик бюроһы (Өфө) дир. урынбаҫары һәм Яңы Өфө НЭЗ‑ының реконструкция б‑са дир. урынбаҫары, 1995 й. — Өфө сервис технология ин‑тында тирә‑яҡты һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу каф., 2001 й. — Әстерхан техник ун‑тында нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы каф. мөдире, 2004 й. — “Текойл” ЯАЙ‑ның (Өфө) фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2010 й. башлап Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү б‑са ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефтехимия производствоһы технологияларына, нефть һәм газды промыслала әҙерләүгә һәм эшкәртеүгә, сәнәғәт экологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Уның ҡатнашлығында пиромеллит диангидридын алыу, көкөртлө водородты нейтралләштереү, көкөртлө газдарҙы катализ ярҙамында таҙартыу технологиялары эшләнә, улар нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиеларында индерелә. Ырымбур ятҡылығындағы тәбиғи меркаптандарҙан одорант алыу, көкөртлө водородлы газдарҙы плазма‑химик һәм мембраналы ысулдар м‑н эшкәртеү технологияларын төҙөүселәрҙең береһе. И. И.В.Курчатов ис. Атом энергетикаһы ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә көкөртлө водородлы газдарҙы эшкәртеү өсөн тәж.‑сәнәғәт ҡоролмаһы төҙөй, төньяҡ нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү проекттарында бер нисә технологик асышы файҙаланыла. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 65 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Моделирование процесса парциального окисления сероводорода на металлоксидных катализаторах //Доклады Академии наук. 2001. Т.376. №1 (авторҙ); Жидкофазное окисление тиолов диоксидом хлора //Известия Академии наук. Серия химическая. 2001. №12.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке