ИСЛАМОВА Регина Марат ҡыҙы (11.2.1982, Сахалин өлк. Көньяҡ Курил ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (2004) Органик химия ин‑тында эшләй (2008 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 2012 й. башлап БДАУ-ҙың дөйөм химия каф. мөдире. 2013 й. алып Санкт‑Петербург ун‑тының Химия ин‑тында. Фәнни хеҙмәттәре үҙгәреүсән элементтарҙың металл комплекстары тәьҫире аҫтында винил мономерҙарының комплекслы‑радикаллы полимерлашыуын тикшереүгә арналған. И. тарафынан ферроцениллы тимерҙең ярым һәм клатрохелаты, азинил ферроцен нигеҙендәге беренсел системаларҙы практик файҙаланыу мөмкинлеге нигеҙләнә, улар пероксид инициаторҙарының сығымын, т‑раны кәметергә, мол. м. көйләргә, полимерҙарҙың юғары т‑раға сыҙамлылығын, стереодаимилығын арттырырға булышлыҡ итә. И. бөтә төҫтәрҙә күрһәтеүсе дисплейҙар етештереү өсөн яҡтылыҡ таратыусы диод эмиттерҙары сифатында порфиринлы полимерҙар сығара. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт респ. йәштәр пр. лауреаты (2011).

Хеҙм.: Kinetics, Catalysis and Mechanism of Chemical Reactions. From Pure to Applied Science. Vol. 1. Today and Tomorrow. New York, 2012 (авторҙ.).

С.В.Колесов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке