ИОН АЛМАШТЫРЫУСЫ ЫҪМАЛАЛАР, иониттар, ион алмаштырғыстар, ион алмаштырыусы сорбенттар, электролиттар эретмәләрендә хәрәкәтсән иондарын алмаштырыуға һәләтле һыуҙа һәм органик эреткестәрҙә эремәүсән юғары молекуляр полиэлектролиттар. Катион (составында башлыса карбоксил, сульфо, фосфин төркөмдәре, мышаяҡ, селен кислоталы һ.б. төркөмдәр), анион (өсөнсөл сульфон, дүртенсел аммоний һәм фосфонийлы нигеҙҙәр; өсөнсөл, икенсел, беренсел аминдар) алмаштырыусыларға һәм амфотерҙарға (амфолиттар; бер үк ваҡытта кислота һәм нигеҙ төркөмлөләр) бүленәләр. Молекулалар каркасының химик тәбиғәте б‑са — органик һәм органик булмаған, сығышы б‑са — тәбиғи һәм синтетик, ионоген төркөмдәренең ассоциацияланыу дәрәжәһе б‑са — көслө, уртаса һәм көсһөҙ кислоталы (нигеҙле) катиониттарға (аниониттарға), ионоген төркөмдәренең тибына ҡарап — моно‑ һәм полифункциональ, структураһы б‑са гель хәлендәге һәм макрокүҙәнәклеләргә айырылалар. Башҡортостанда катион алмаштырыусы ыҫмалалар (сульфокатиониттар) һыуҙы ҡатышмаларҙан таҙартыу процесында “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (1964 й. алып), Өфө витамин заводында (2002 й. алып), көнкүреш фильтрҙарында ҡулланыла. Сульфокатиониттарҙы алюминий алкилхлоридтары м‑н модификациялау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1980—82 йй. Химия ин‑тында үткәрелә (И.Ф.Гладких, Ю.А.Сангалов). Уйлап табылған И.а.ы. полиизобутилендарҙы синтезлау һәм ионлы гидрирлауҙа полимер катализаторҙар сифатында файҙаланыуҙың һөҙөмтәле, технологик яҡтан уңайлы булыуы күрһәтелә. Сульфокатиониттар ш. уҡ шыйыҡ полимер продукттарҙы кислоталы катализаторҙарҙан һыуһыҙ сығарыу процестарында ла ҡулланыла ала (Сангалов).

Әҙәб.: Химия и технология синтетических высокомолекулярных соединений. Карбоцепные полимеры. М., 1967.

К.С.Минскер

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018